Google

Google (ХФА [ɡuːɡl], MWCD /ˈgü-gəl/, башҡ. Гугл) — интернеттағы иң ҙур эҙләү системаһы. Google Inc. корпорацияһының милке. Google популярлыҡ буйынса беренсе эҙләү системаһы (77,05 %) булып тора, айына 41 млрд 345 млн һорауҙар эшкәртә (баҙарҙа өлөшө 62,4 %), 25 миллиардтан ашыу веб-биттәрҙе индексациялай. PDF, RTF, PostScript, Microsoft Word, Microsoft Excel, Microsoft PowerPoint һәм башҡа форматтағы документтарҙа эҙләүгә булышлыҡ итә.


From Wikipedia, the free encyclopedia · View on Wikipedia

Developed by Nelliwinne