ISO 4217

ISO 4217
Башланыу датаһы 1978
URL six-group.com/dam/downlo…
six-group.com/dam/downlo…
six-group.com/dam/downlo…
six-group.com/dam/downlo…
Доступен по URL six-group.com/en/product…
Яуаплы SIX Group[d]
Орган по стандартизации ISO
Международная классификация стандартов 03.060

ISO 4217 (ИСО 4217) —  Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO)  стандарты, алфавиттың өс хәрефенән һәм өс урынлы һандан торған валюта  кодтарын  урынлаштыра. Был кодтарҙың төп ҡулланылыу даирәһе  — халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡараған документтар һәм мәғлүмәттәр, шулай уҡ  валюта атамаһын кодлы йә ҡыҫҡа формала, шул уҡ ваҡытта бутауҙарға юл ҡуймаҫлыҡ итеп  билдәләү талап ителгән коммерция йә банк эшмәкәрлеге; донъяның ҡайһы бер валюталары бер төрлө атама йөрөткәнгә (АҠШ доллары, Канада доллары, Австралия доллары һ.б.) был айырыуса мөһим[1][2].

Стандарттың ғәмәлдәге редакцияһының рәсми атамаһы:

  • инглиз телендә — ISO 4217:2008. Codes for the representation of currencies and funds[3];
  • француз телендә — ISO 4217:2008. Codes pour la représentation des monnaies et types de fonds[4];
  • рус телендә — ISO 4217:2008. Коды для представления валют и фондов[5].

Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы   18 500 самаһы стандарт эшләгән; ISO 4217 иң ҙур һорау менән файҙаланған һигеҙ  стандарт исемлегенә[6] һәм  ISO үҙе киң таратырға тырышҡан өсәү араһына инә[7].

Төп нөсхәлә стандарт инглиз һәм француз  телдәрендә нәшер ителә[2].  Рус теленә  һәм донъяның башҡа телдәренә Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан авторлаштырылған рәсми тәржемә эшләнмәй.

ISO 4217 Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының ағзаһы булған илдәргә тәҡдим рәүешендә тапшырыла.  Уның нигеҙендә милли стандарттар төҙөлә,  мәҫәлән, Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы[8] йәки Украинаның Валюталар классификаторы (укр. uk:Класифікація валют uk:Класифікація валют)[9]. Айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән Европа берлеге сиктәрендә,   ISO 4217 үҙе ҡулланыла[10].

ISO-ның рәсми сәйәсәтенә ярашлы,  ISO 4217 кодтарын файҙаланған өсөн  түләү алынмай[7].

  1. Рекомендация №9, 1996
  2. 2,0 2,1 ISO, 2011, Ref. 1149 dd 31.07.2008 New 2008 edition of ISO standard on currency codes
  3. ISO, 2011, ISO 4217:2008 (en)
  4. ISO, 2011, ISO 4217:2008 (fr)
  5. ISO, 2011, ISO 4217:2008 (ru)
  6. ISO, 2011, Раздел Widely used standards
  7. 7,0 7,1 ISO, 2011, Ref. 871 dd 30.09.2003 ISO reaffirms free-of-charge use of its country, currency and language codes
  8. ОКВ, 2000
  9. КВ Украины, 2010
  10. ISG, 2011, Раздел 7.3.2. Order of the currencies and ISO codes

From Wikipedia, the free encyclopedia · View on Wikipedia

Developed by Nelliwinne